Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАЙМАҪ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ

Просмотров: 761

ТАЙМАҪ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ, Көйөргәҙе р‑ны Яңы Таймаҫ а. урынлашҡан. 18 б. аҙ. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1923 й. — башланғыс мәктәп, 1932 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1938 й. — урта мәктәп, 2010 й. хәҙ. статусын ала. 2001 й. Р.Ғ.Солтангәрәев исеме бирелә. Компьютер класы, китапханаһы, 2 музейы (Солтангәрәев һәм тыуған яҡты өйрәнеү), спорт залы, уҡыу оҫтаханаһы, уҡыу‑производство участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Д.Исламов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Уҡыу йортон 1,6 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2009), улар араһында И.Ғ.Ибраһимов, З.С.Ҡотлогилдина, Солтангәрәев; бында ш. уҡ А.М.Ҡобағошов, М.С.Хисамова уҡыған. Т.г.‑и. бинаһында Солтангәрәевкә һәйкәл (2005), бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған мәктәпте тамамлаусы И.М. Мәҡсүтовҡа мемориаль таҡтаташ (2008) ҡуйылған.

Г.Ф.Усманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019