Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕ, йылға

Просмотров: 744

СТӘРЛЕ, йылға, Ашҡаҙар й. һул ҡушылдығы. Стәрлебаш р‑ны Стәрлебаш а. көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта башлана. Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ р‑ндары буйлап көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға һәм Ашҡаҙар й. (тамағынан 2 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 78 км, басс. майҙаны 630 км2. Ҡар һыуы м‑н туйына. Стәрлетамаҡ р‑ны Яңы Отрада а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 2,1 м3/с. Йылға басс. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ- көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы ҡоро болондарҙан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле далаларҙан тора. Басс. үрге ағымда 30%‑ын, түбәнге ағымда 8%‑ын урман ҡаплаған, 70%‑ҡа тиклем һөрөлгән. Иң ҙур ҡушылдығы — Оло Ҡайраҡлы (һул).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019