Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СИНТЕТИЧЕСКИЙ КАУЧУК”, мәҙәниәт һарайы

Просмотров: 277

“СИНТЕТИЧЕСКИЙ КАУЧУК”, мәҙәниәт һарайы, ЯСЙ. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. 1974 й. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дының мәҙәниәт һарайы булараҡ асыла (ҡара: “Каучук”), 2003 й. алып “С.к.” мәҙәниәт һарайы, 2012 й. башлап Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы. 1200 урынлыҡ тамаша залы, 215 урынлыҡ кино залы, 2 бейеү залы, китапханаһы, костюм бүлмәһе, бильярд кафеһы бар. Мәҙәниәт һарайында 20‑нән ашыу үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм “Камиллыҡ” (“Совершенство”) балалар иртә үҫеш үҙәге эшләй. Төп коллективтар: “Илһам” татар йыры вокаль ансамбле (1994, 2000 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә; етәксеһе – БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.М.Хөснөтдинов), “Родные напевы” академик хоры (1972, 1988 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — А.А.Швецов), “Оптимистар” (“Оптимисты”) эстрада оркестры (1969, 1993 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Б.Я.Чевардов), “Солнышко” балалар хореография ансамбле, “Вдохновение” бал бейеүе ансамбле (1989, 1996 й. алып “халыҡ”; етәкселәре: А.А.Казаков һәм БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Т.Б.Казакова), “Джаз‑тайм” ансамбле (1997, 2000 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — А.А.Денисов). Мәҙәниәт һарайында йыл һайын “Ышаныс өсөн! Ватан өсөн! Мөхәббәт өсөн!” (“За веру! За отчизну! За любовь!”; 1988 й. алып) Бөтә Рәсәй һалдат йыры, “Һаумы, тыныслыҡ!” (“Здравствуй, мир!”; 1996 й. алып) классик бейеү фестивалдәре, “Европа—Азия” Халыҡ-ара бал бейеүҙәре конкурсы (1992 й. алып, 2 йылға бер тапҡыр), джаз музыкаһы фестивалдәре, күмәк кеше ҡатнашлығында ҡаланың мәҙәни саралары үткәрелә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019