Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠ-СОРАН КАНТОНЫ

Просмотров: 1042

ТУҠ-СОРАН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Ырымбур өйәҙенең Ҡыпсаҡ, Яңы Башҡорт, Туҡ (Ҡыпсаҡ улусынан бүленеп сыҡҡан) улустары һәм Быҙаулыҡ өйәҙенең Йомран-Табын улусынан АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың Т.‑С.к. сиктәре нигеҙ итеп алына. Төньяҡ-көнсығышта, көнсығышта һәм көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта Быҙаулыҡ өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Иҫке Ғүмәр ауылы. Майҙаны — 2436 км2. Халҡы 1920 й. — 36183 кеше. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1921 й. 3 окт. ҡарары б‑са Люксембург улусы (Ҡыпсаҡ улусынан бүленеп сыҡҡан) — Һамар губернаһына, Уран улусы (Йомран-Табындан) Ырымбур губернаһына ҡушыла. 1922 й. 5 окт. Т.‑С.к. ваҡытлыса Стәрлетамаҡ ҡ. буйһондорола. 6 амбулатория эшләгән (1922). 1923 й. 10 февр. кантон бөтөрөлә, уның терр-яһы Бәләбәй кантоны составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Карта: Туҡ-Соран кантоны(1920)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019