Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 845

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ, БР‑ҙың төрлө төбәктәрендә тыуған яҡты өйрәнеү фәненең үҫешенә булышлыҡ итер өсөн төҙөлгән йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. Совет мәҙәниәте фондының Башҡ‑н бүлексәһе ҡарамағында төҙөлә. БР ҡалалары һәм райондарында филиалдары бар. Т.я.ө.й. 600‑гә яҡын кеше иҫәпләнә (2008), улар араһында иң билдәлеләре — В.П.Горбунов, Г.Ф. һәм З.И. Гудковтар, З.В.Хисмәтуллина, М.А.Чванов, Р.Шәкүр, Ә.З.Әсфәндиәров, Ф.Д.Әхмәрова һ.б. Ойошма эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — ғилми‑тикшеренеү, эшләү формаһы — конференция, күргәҙмә, семинар, уҡыуҙар үткәреү. 2007 й. БР тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең II съезында Т.я.ө.й. тарафынан “БР Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең почётлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе” тигән исем булдырыла (тәүгеләрҙән булып И.Ғ.Вәлиев, З.И. Гудкова, П.А.Федин, Б.Л.Попов, П.В.Егоров лайыҡ була). Рәйестәре: Ә.Ә.Хисмәтуллин (1989 й. алып), Р.Р. Әлмөхәмәтов (1994 й. алып), Р.З.Ширғазин (1998 й. алып), Ғ.Ф.Вәлиуллин (2004 й. алып).

Ғ.Ф.Вәлиуллин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019