Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҮҪӘРГӘН ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”

Просмотров: 413

“ҮҪӘРГӘН ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Башҡ. телендә ҡобайыр формаһында яҙылған. Әҫәрҙә исемдәрҙең генеалогик теҙмәһе юҡ. Шәжәрә халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, батыр итеп һүрәтләнгән, үҫәргән ырыуына нигеҙ һалған Мөйтән бейҙе данлауҙан башлана. Мөйтән бей һәм уның улы Үҫәргән Сыңғыҙхан м‑н осрашып, унан ер биләүгә ярлыҡ ала. Ырыуҙы дауам итеүселәрҙән 35 кешенең исеме телгә алына, башлыса бейҙәр, уларҙың ҡыйыулығы, байлығы һәм юғары дәрәжәләре т‑да мәғлүмәт бирелә, ырыуҙың ҡайһы бер вәкилдәре әсе сарказм м‑н һүрәтләнә. Күсермә 1900 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ҡужанаҡ а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) кешеһе Шаһиғәлим Тоҡомбәтов тарафынан яҙып алына, 1931 й. Ғ.Ф.Вилданов ҡулына килеп эләгә; күсермәһе Ғилми архивта һаҡлана. Шәжәрә “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 1960) йыйынтығына индерелгән. Ҡомартҡының сәсмә һәм шиғри‑сәсмә формаларындағы варианттары бар.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019