Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УСМАНОВ Салауат Мөҙәрис улы

Просмотров: 1170

УСМАНОВ Салауат Мөҙәрис улы (17.9.1947, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрге Ҡаръяуҙы а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2005), БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм-ре (1997), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999), РФ‑тың почётлы фән һәм техника хеҙм‑ре (2007). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) 1973 й. тиклем В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑тында эшләй. 1976 й. алып БДУ‑ның Бөрө филиалында: 1979 й. башлап дөйөм физика каф. мөдире, 1989 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1995 й. — ректор, 2012 й. башлап директор. Фәнни эшмәкәрлеге радиацияның полимер материалдарҙың физик‑химик үҙсәнлектәренә йоғонтоһон, релаксация спектрометрияһының механизмдарын өйрәнеүгә һәм моделдәр әҙерләүгә арналған. У. тарафынан химик физиканың төҙөк‑теүәл булмаған мәсьәләләре сиселгән, статик Монте‑Карло ысулын ҡулланып, өс үлсәмле полимерлашыуҙың кинетикаһы өйрәнелгән. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2007).

Х е ҙ м.: Релаксационная поляризация диэлектриков. М., 1996; Ритмы окружающего мира и человек. Уфа, 2007; Numerical Methods of Solving Ill‑Posed Problems of Dielectric Spectrometry. New York, 2002 (авторҙ.).

Ш.Ғ.Зиятдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019