“ТУРБАҪЛЫ БРОЙЛЕРҘАРЫ”
“ТУРБАҪЛЫ БРОЙЛЕРҘАРЫ”, ААЙ, “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ составына инә. БР‑ҙың Благовещен ҡ. урынлашҡан. “Т.б.” составына үҫтереү, итте тәрән эшкәртеү, инкубация, ҡош салыу төп етештереү цехтары; автотранспорт, технологик ҡорамалдарҙы ремонтлау һ.б. ярҙамсы цехтар (бөтәһе лә — 1972 й. нигеҙләнгән) инә. 2009 й. 689 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 175 га, ш. иҫ. ауыл хужалығы ерҙәре— 138 га. Ҡоштар һаны — 783 мең, һаҡланғанлыҡ — 95%, уртаса тәүлек артым — 51,5 г, ит етештереү — 14373 т. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1972 й. “Турбаҫлы” ҡошсолоҡ ф‑каһы булараҡ ойошторола, 1989 й. алып “Башптицепром” ДУАХП-ның бүлендек пр‑тиеһы, 2002 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Пр‑тие тарафынан 100‑ҙән ашыу төр продукция етештерелә: колбаса изделиелары, ярым фабрикаттар, ыҫланған ашамлыҡтар һ.б. Продукцияһы “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалдары һәм дипломдары м‑н бүләкләнгән (Мәскәү, 2001, 2007, 2008, 2009); пр‑тие “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” (Мәскәү, 2007, 2008, 2009), “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” (2007, 2008, 2009) һ.б. конкурстар лауреаты. “Т.б.” м‑н Т.Ф.Сәйетбатталов, Р.С.Шәйхулов эшмәкәрлеге бәйле.
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

