Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТАБЫН”

Просмотров: 318

“ТАБЫН” с о в х о з ‑ з а в о д ы, ДУП. Ғафури р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Табын ауылы. “Т.” составына ярҙамсы хужалыҡ, төп етештереү цехтары, йәшелсә һаҡлағыстар, лаборатория һ.б. инә. Магазины, ашханаһы, балалар баҡсаһы, медпункты һ.б. бар. 2005 й. 90 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 755 га тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 663 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 12, шәкәр сөгөлдөрө — 267, йәшелсә — 135; етештереү (т): иген — 257, шәкәр сөгөлдөрө — 309, йәшелсә — 286; консервалар (туб) — 498,7, ш. иҫ. йәшелсә консервалары — 397,7, емеш‑еләк консервалары — 41,5, томат соусы — 34,1, томат һуты — 25,4. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1941 й. Табын витамин етештереү с‑зы булараҡ ойошторола, 1956 й. алып Табын йәшелсә‑консерва з‑ды, 1981 й. — хәҙ. исемен йөрөтә, 1999 й. — МУАХП, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Иген культураларының уңдырышлылығы — 19,1 ц/га (1996), йәшелсәнеке — 167,0 ц/га (1999), консервалар етештереү 9015 туб (1974) тәшкил иткән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019