Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТУПЛАН”, гәзит

Просмотров: 329

“ТУПЛАН”, ижт.‑сәйәси һәм әҙәби гәзит. “Туплан” Ырымбур мосолман йәштәре йәмғиәте органы. Ырымбур ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр төрки телендә сыҡҡан. 1918 й. март‑июлендә “Яңы ваҡыт” типографияһында нәшер ителгән. Гәзит биттәрендә йәмғиәттең документтары һ.б. материалдары, совет власы органдары ҡарарҙары, илдәге һәм сит илдәге ваҡиғалар т‑да мәғлүмәттәр, мәҙәниәт яңылыҡтары, нәфис һәм публицистик әҫәрҙәр баҫылған. Нәшриәт м‑н “Тулҡын” Башҡ. йәштәре союзының элекке ағзалары (А.С.Дәүләтшин, Б.Ә.Шәфиев һ.б.) хеҙмәттәшлек иткән.

Р.Н.Мәсәлимов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019