Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТУЛПАР”, журнал

Просмотров: 343

“ТУЛПАР” (“Толпар”), ижт.‑сәйәси һәм әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киœ мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Өфөлә 2 айға 1 тапҡыр татар телендә сыға. Тиражы — яҡынса 2,5 мең дана (2016). 1994 й. авг. алып нәшер ителә. Журнал биттәрендә соц. һәм ижт.‑сәйәси мәсьәләләр яҡтыртыла, нәфис һәм публицистик әҫәрҙәр баҫыла. Рубрикалары: “Проза”, “Поэзия”, “Әҙәби тәнҡит”, “Замандаш”, “Сатира һәм юмор” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Р.М.Кашапов (1994 й. алып), Р.Ғ.Ноғоманов (1999 й. алып), Р.Ғ.Миңлеәхмәтов (2001 й. алып), Ф.К.Фәтхетдинов (2015 й. алып).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019