Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УРАЛ”, волейбол клубы

Просмотров: 274

“УРАЛ”, волейбол клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. “Башҡортостан нефтсеһе” булараҡ ойошторола, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Составына “У.” (суперлига), Стәрлетамаҡ ҡ. “Тархан” (“А” юғары лигаһы), “Урал бөркөттәре” (йәштәр лигаһы), “Самрау–ӨДНТУ” (“А” юғары ҡатын-ҡыҙҙар лигаһы) командалары, пляж волейболы б‑са команда инә. “У.” — волейбол б‑са суперлиганың ир‑егеттәр командалары араһында Рәсәй чемпионатының, “Челлендж кап” халыҡ‑ара турнирының (икеһе лә — 2013), Рәсәй кубогының (1999) көмөш призёры, “А” юғары лигаһының Рәсәй чемпионаты (1996), БР Президенты кубогы турниры (2007, 2009–10) еңеүсеһе.

С.Ю.Никитина

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019