Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРЕТЬЯКОВ Владимир Всеволодович

Просмотров: 662

ТРЕТЬЯКОВ Владимир Всеволодович (6.1.1890, Ҡазан губ. Свияжск ҡ. — 31.1.1970, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1942), проф. (1935). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1915). 1920 й. алып Томск ун‑тының акушерлыҡ‑гинекология клиникаһында эшләй, 1924 й. — Омск мед. ин‑тында уҡыта, 1935 й. — Төрөкмән мед. ин‑тының акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире (Ашхабад). 1946 й. башлап БДМИ‑ла (1968 й. тиклем акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге йөклөлөк патологияһы, бала тапҡандан һуң септик өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү, бала табыуҙы рациональ алып барыу һәм ауыртыуҙы баҫыу, акушерлыҡ һәм гинекологияла оператив техниканы камиллаштырыу; халыҡҡа мед. ярҙамы ойоштороу һ.б. проблемаларға арналған. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н акушер-гинекологтар йәмғиәте рәйесе (1946—67).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019