Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТӨҘӨҮСЕ”, футбол командаһы

Просмотров: 335

“ТӨҘӨҮСЕ”, “Башнефтезаводстрой” тресының футбол командаһы. 1959—76 йй. Өфөлә “Хеҙмәт” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы эргәһендә эшләй. “Т.” — СССР кубогының финал этабы уйындарында (1959) һәм РСФСР чемпионатында (1965) ҡатнашыусы, “А” класындағы 2‑се төркөм СССР чемпионаты зона турнирының бронза призёры (1966), “Олимпия” (Польша, 1960), “Трансвааль” һ .м “Минерул” (икеһе лә — Румыния, 1961), “Ахли” (Сүриә, 1969), “Штадтвертке” (ГФР, 1973) командалары м‑н халыҡ‑ара иптәштәрсә матчтар еңеүсеһе. “Т.” командаһындағы футбол б‑са ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе В.А.Старков “Заря” командаһы (Ворошиловград ҡ.) составында СССР чемп. була (1972).

О.Г.Шухардин

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019