Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРШИҘЕ, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 872

ҮРШИҘЕ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Урмияҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 129 км алыҫлыҡта Сарыс й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 513 кеше; 1920 — 597; 1939 — 454; 1959 — 469; 1989 — 319; 2002 — 325; 2010 — 276 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Урмияҙ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Балыҡсы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Үршиҙе исеме м‑н билдәле. 1795 й. 13 йортта 43 кеше йәшәгән. 1865 й. Үрмәҙе (24 йортта 165 кеше теркәлгән; мәсет булған) һәм Үрмәҙи (21 йортта — 166 кеше) аа. иҫәпкә алынған (һуңынан улар хәҙ. исем м‑н бергә теркәлгән). 1906 й. мәсет, мөгәзәй булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019