Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ТРОИЦК, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 989

ТҮБӘНГЕ ТРОИЦК, Туймазы р‑нындағы ауыл, Түб. Троицк а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 33 км алыҫлыҡта Ҡыҙаш й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1180 кеше; 1920 — 1735; 1939 — 3118; 1959 — 4273; 1989 — 3963; 2002 — 3777; 2010 — 4008 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Т.Т. Башҡортостан буҫтау комбинаты урынлашҡан. Түб. Троицк урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, балалар шифаханаһы, ДЮСШ, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 18 б. 60‑сы йй. Түбәнге Троицк заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. 189 йортта 1149 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр, ф‑кала эшләгәндәр (ҡара: Алафузов буҫтау фабрикаһы). 2 расколсылар ғибәҙәтханаһы, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәктәп, дарыухана, фабрика кибеттәре, 6 бакалея, шарап һәм һыра кибеттәре, ссуда‑һаҡлыҡ ширҡәте теркәлгән. 1928 й. алып эшселәр ҡасабаһы (1962 й. башлап Туймазы ҡ. составында), 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019