Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТҮБӘНГЕ ҠЫЙҒЫ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 716

ТҮБӘНГЕ ҠЫЙҒЫ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Түб. Ҡыйғы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 17 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) 60 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2669 кеше; 1920 — 2978; 1939 — 1810; 1959 — 1596; 1989 — 1427; 2002 — 1393; 2010 — 1380 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1703 й. Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе (1710 й. теркәлгән) б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) һәм мишәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 34 йортта 281 кеше йәшәгән, 1865 й. 170 йортта — 1533 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, һыу тирмәне, 6 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 2 мәсет, министрлыҡ мәктәбе, 4 тимерлек, һыу тирмәне, 4 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. А.З.Камалов, Л.Ҡ.Әғәҙуллина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019