ТҮБӘНГЕ ҠАРЫШ, Балтас р‑нындағы ауыл
ТҮБӘНГЕ ҠАРЫШ, Балтас р‑нындағы ауыл, Түб. Ҡарыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1334 кеше; 1920 — 1641; 1939 — 1250; 1959 — 829; 1989 — 500; 2002 — 482; 2010 — 387 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.
Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр‑Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Ҡарышбаш а. (хәҙ. Үрге Ҡарыш а.) мишәрҙәре нигеҙ һала, 1762 й. алып билдәле (33 ир‑ат иҫәпкә алынған). 1865 й. 158 йортта 948 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет теркәлгән. Р.Ғ.Туҡаев ошо ауылда тыуған.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

