ТҮБӘНГЕ ӘЛКӘШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл
ТҮБӘНГЕ ӘЛКӘШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Исмаил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 14 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 143 км алыҫлыҡта Һарыяҙ й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 389 кеше; 1920 — 444; 1939 — 516; 1959 — 306; 1989 — 144; 2002 — 138; 2010 — 145 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 1865 й. һәм 1873 й. араһында Бөрө өйәҙе Эске Йылан улусы Әлкәш а. (хәҙ. Үрге Әлкәш а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 61 йортта 347 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне булған. З.З.Зарипов ошо ауылда тыуған.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

