ТҮБӘНГЕ АТАШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл
ТҮБӘНГЕ АТАШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Семилетка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 137 км алыҫлыҡта Кеүәш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1092 кеше; 1920 — 1304; 1939 — 1144; 1959 — 868; 1989 — 448; 2002 — 465; 2010 — 521 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.
Ауылға Бәләбәй өйәҙе Йәлдәк улусы Аташ а. (хәҙ. Саҡмағош р‑ны Үрге Аташ а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 1786 й. алып билдәле. 1794 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 7 йортта 40 кеше йәшәгән, 1865 й. 86 йортта — 499 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет (1884 й. һәм 1891 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, 2 мөгәзәй теркәлгән. М.М.Ғиләжев, Р.Ә.Әхмәтова ошо ауылда тыуған.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

