Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАТАР ҺАҪЫҠКҮЛЕ, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 741

ТАТАР ҺАҪЫҠКҮЛЕ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 9 км алыҫлыҡта Прорва й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 344 кеше; 1920 — 492; 1939 — 566; 1959 — 544; 1989 — 273; 2002 — 222; 2010 — 194 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Меркет-Мең өйәҙе башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1757 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Бишауыл-Табын һәм Дыуан-Табын улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) нигеҙ һала (1783 й. алып Һаҫыҡкүл исеме м‑н билдәле). 1865 й. (хәҙ. исемдә) 28 йортта 150 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне булған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019