Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СЫҢҒЫҘХАН”, ижади берекмә

Просмотров: 297

“СЫҢҒЫҘХАН”, ижади берекмә. 1990 й. Өфөлә “С.” художество төркөмө булараҡ ойошторола, 1998 й. алып хәҙ. статусын йөрөтә. Ойоштороу инициаторы – Н.С.Латфуллин (1992 й. тиклем етәксе). 1990 й. составына Латфуллин, В.М.Ханнанов (1992 й. алып етәксе), Р.З.Харисов, И.Х.Әхмәтвәлиев, Р.Х.Әхмәтвәлиев; һуңынан Н.Ғ.Байбурин, И.Ғ.Бикбулатов, Р.Ғ.Вәлиәхмәтов, Р.З.Ғарифуллин, М.И.Дәүләтбаев, Р.Р.Морат-шин, М.М.Мөхәмәтов инә. “С.” тәүге күргәҙмәһе Ленинградта (1990), артабан Ҡазан, Вена, Зальцбург (Австрия; бөтәһе лә – 1992) ҡҡ. була. “С.” Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә әүҙем ижади эшмәкәрлек алып бара: 1992 й. Латфуллин үлгәндән һуң уның күргәҙмәһе ойошторола (Өфө); 1994 й. “С.” “Туран” халыҡ‑ара фондының (Ҡазан) 1‑се пр. лайыҡ була, Мәскәүҙә берекмәнең Р.Х.Нуриевҡа арналған “Айҙың татлы хыялдары” (“Грёзы луны”) күргәҙмәһе үтә; 1996–2002 йй. “С.” “АртМанеж” күргәҙмә‑йәрминкәләрендә (Мәскәү) ҡатнаша; 1999 й. Ғарифуллин, Ханнанов, Р.Х.Әхмәтвәлиев “Евро‑Арт” күргәҙмәһендә (Барселона ҡ., Испания) эштәрен күрһәтә. “С.” – Башҡортостанда тәүге перформанстарҙы ойоштороусы: “Наурыҙ байрамы”, “Гравицаппа I” (икеһе лә – 1997), “Гравицаппа II”, “Мөбәрәк Наурыҙ” (икеһе лә – 1998), “Сыңғыҙхан принцессалары” (2000, “С.” 10 йыллығына), “Сульде” (2002; бөтәһе лә – Өфө), “Алтын пайцза” (2001) һәм “Пыльтрыш” (икеһе лә – Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., 2003), ш. уҡ “Йыуыныу ҡорамы” (Мәскәү, 1999) һ.б. 2001 й. берекмә Өфөлә – “Ай балҡышы” (“Сияние лун”; “Лидо” компанияһы м‑н берлектә), 2003 й. Мәскәүҙә “Яңы быуын” художество салоны күргәҙмәһендә “Ай балҡышы II” (“Сияние лун II”) проектын тормошҡа ашыра. 2004 й. “С.” ағзалары – Анкарала ТӨРКСОЙ ойошмаһы үткәргән ижади лаб. сиктәрендәге халыҡ‑ара йәштәр проектында, 2007 й. Мәскәүҙә һәм РФ‑тың башҡа ҡалаларындағы Рәссамдарҙың үҙәк йорто күргәҙмәһендә һәм 2008 й. Рәсәй художество акад. күргәҙмәһендә ҡатнаша; Өфөлә берекмәнең 15 йыллығына (2005) һәм 20 йыллыҡ (2010) юбилейына арналған “Ретро” күргәҙмәләрен ойоштора. 2005 й. Милли Йәштәр театрында “Гипертекст” инсталляцияһын эшләйҙәр. “С.” – Өфөлә “Мираҫ” галереяһын (1996; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) ойоштороусыларҙың береһе, Н.Латфуллин ис. Хәҙ. заман сәнғәте музейын (2002) ойоштороусы. 2005 й. алып “ВысокоХудожественный журнал” (“Юғары художестволы журнал”; 2009 й. башлап йыллыҡ альманах) сығара. Н.Латфуллиндың (2004, 2009), “Сыңғыҙхан” (2008) каталогтары нәшер ителгән. “С.” 50‑нән ашыу күргәҙмә, ижади проект, хәйриә художество акцияһы ойошторған.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019