Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СУҠАН БАТЫР”, ҡобайыр

Просмотров: 382

“СУҠАН БАТЫР”, башҡ. ҡобайыры. Тәүге тапҡыр Н.Д.Шоңҡаров 1962 й. Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Нөркә а. ҡурайсы Сәфәрғәли Солтанбәковтан яҙып ала, Д.Ж.Вәлиевтең “Арғаяш башҡорттарының рухи мираҫы” (1996) китабында М.С.Алкин яҙмаһында баҫтырыла. Риүәйәт б‑са, “С.б.” Себер ханлығының башҡ. ерҙәренә һөжүменә бәйле тарихи ваҡиғаларҙан һуң ижад ителә. Суҡан батыр ғәскәр туплай һәм баҫҡынсыларҙың яуын кире ҡайтара. Сәсәндәр батырҙың ҡаһарманлығын данлап ҡобайыр ижад итә һәм уның исеме м‑н атай. Көй хикәйәләү- марш характерында, мажор пентатоникаға нигеҙләнгән. Юғары кварта һәм квинтаға һикерештәр ҡобайырға тантаналы яңғыраш өҫтәй. Башҡарыусылар араһында М.С.Ғәйнетдинов.

Әҙәб.: С ө л ә й м ә н о в Р. Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте. 1‑се т. Эпик йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 2001.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Ноталар

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019