Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СӘҢГЕЛДӘК ЙЫРЫ”, халыҡ йыры, оҙон көй

Просмотров: 500

“СӘҢГЕЛДӘК ЙЫРЫ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Легендаһын һәм йырҙың вариантын тәүге тапҡыр К.М.Дияров 1972 й. Күгәрсен р‑нында М.Сөләймәнованан яҙып ала һәм “Сал Уралдың моңдары” (1988) китабында баҫтыра. Лирик‑драматик характерҙағы йыр. Риүәйәт б‑са, сабыйын бишектә бәүелткән йәш әсә сығарған йыр, уның ирен батша армияһына (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) алып китәләр. Йырҙа ҡатын ире м‑н оҙаҡҡа айырылыуына һәм иңенә төшкән ауырлыҡтарға ҡайғыра. Мажор пентатоникаға ҡоролған көй бай биҙәлгән, фразалар аҙағында түбәнәйә барған хәрәкәт көйгә тынысландырғыс характер бирә. Башҡарыусылар араһында Ф.Ә.Килдейәрова. Йырҙы А.М.Ҡобағошов тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән.

Әҙәб.: “Сыңрау торна” мәҡ. ҡарағыҙ.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Ноталар

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019