Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СӘҘЕ БУЙЫ”, халыҡ йыры, оҙон көй

Просмотров: 395

“СӘҘЕ БУЙЫ”, “Б ө л д ө р ө ү”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1925 й. А.Йәрмөхәмәтов тарафынан Һамар губернаһы Диңгеҙбай а. яҙып алына һәм “Башҡорт аймағы” йыйынтығында баҫтырыла (1929, № 7). Йырҙың варианттарын С.Ә.Галин, Р.С.Сөләймәнов, Н.Д.Шоңҡаров яҙып ала. Драматик характерҙағы йыр. “С.б.” Волга буйындағыреаль ваҡиғаларға бәйле ижад ителгән. Тарихи мәғлүмәттәр б‑са, Сәҙе, Үҙән йй. буйында йәшәгән һәм бындағы ерҙәргә жалованный грамоталары булған ырғыҙ‑кәмәлек башҡорттары Генераль ыҙанлау һөҙөмтәһендә тыуған ерҙәренән ҡыуыла. Йырҙа халыҡтың тотош бер фажиғәһе сағыла; башҡорттарҙы күсереүгә етәкс. иткән Покровскийға ҡарғыш һүҙҙәре белдерелә. “С.б.” мелодик структураһы 2 ҡоролоштан тора, 2‑сеһе – 1‑се ҡоролоштоң үҙгәртелгән варианты. Мажор пентатоникаға нигеҙләнгән киң диапазонлы (квартдецима) йыр, орнаменталь көй әйләнештәре ш. уҡ алтынсы ярҙамсы өндө үҙ эсенә ала.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Ноталар

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019