Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЯНЕЦ ТИТОВКИ

Просмотров: 650

СЕЯНЕЦ ТИТОВКИ, алмағас сорты. 1928 й. Топорнин тәж.‑помология пунктында (ҡара: Кушнаренко емеш‑еләк культуралары һәм виноград селекцияһы үҙәге) В.П.Стреляев тарафынан сығарыла. Уртаса бейеклектәге, тиҙ үҫеүсән, һирәк пирамидаль сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса, төҙ, асыҡ көрән төҫтә. Япрағы эре, оҙонса, осо винт һымаҡ уралған. Емешенең ауырлығы 86—140 г, цилиндр формаһында, бер аҙ ҡырлы, шыма, йәшкелт һары төҫтә, көрәнһыу ҡыҙғылт алһыулығы бар. Ҡабығы уртаса ҡалынлыҡта, майлы. Итсәһе һарғылт аҡ, уртаса тығыҙлыҡта, ваҡ ярмалы, һутлы, тәме әскелтем‑сөсө. Сент. уртаһында өлгөрә, март башына тиклем һаҡлана. Составында 14,2% ҡоро матдә, 8,7% шәкәр, 6,1—7,6 мг/100 г С витамины бар. Ҡышҡа сыҙамлы сорт, ҡутырға ҡаршы тороусанлығы уртаса. Уңдырышлылығы 134,5 ц/га (Кушнаренко тәж. баҡсаһы, 1996). БАССР б‑са ҡулланылышҡа 1959 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Т.Ғ.Дёмина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019