Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РУДАВСКИЙ Павел Павлович

Просмотров: 729

РУДАВСКИЙ Павел Павлович (1859—1919), архитектор. Граждандар инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1885) Пермь губ. Чердын өйәҙ земствоһы, 1891 й. алып Архангельск ҡ. төҙөлөш бүлеге инженеры, 1906 й. — Өфө губ. төҙөлөш бүлеге, 1911 й. — Харьков ҡ. губ. инженеры. Өфөлә Р. проекттары б‑са Мариин ҡыҙ балалар гимназияһы (1898) һәм Аксаков халыҡ йорто биналары төҙөлә (1912 й. тиклем К.А.Гуськов м‑н берлектә төҙөлөшкә етәкс. итә). Архангельск, Ҡазан, Соликамск, Харьков, Чердын ҡҡ. гражданлыҡ биналары һәм инженер ҡоролмалары проекттары авторы. Әҙәб.: Павлова Э.В. мәҡ. ҡарағыҙ.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

РУДЕНКООлег Александрович (6.6. 1966, Өфө), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998). ӨАИ‑ны (1988), Урал физик культура акад. тамамлаған (2003). “Батыр” (ауыр атлетика б‑са тренеры Л.Н.Копнин), “Геракл” (пауэрлифтинг б‑са тренеры С.В.Горшков) спорт клубтары тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1998), С.‑Петербург кубогына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1997). 2003—05 йй. 15‑се СДЮШОР‑ҙа тренер‑уҡытыусы. Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019