Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНМОРАТ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 911

СОЛТАНМОРАТ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Солтанморат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Түрһәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1382 кеше; 1920 — 1999; 1939 — 1839; 1959 — 1361; 1989 — 714; 2002 — 721; 2010 — 706 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, Ғәлимйән Ғ.Ибраһимовтың йорт‑музейы, мәсет бар.

Ауылға 1761 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1756 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Мишәр старшинаһы Солтанморат Янышев исеме м‑н аталған. 1795 й. 60 йортта 408 кеше йәшәгән. 1865 й. С. ике ауыл булараҡ иҫәпкә алынған: беренсеһендә 100 йортта 934 кеше йәшәгән (игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище булған), икенсеһендә 223 йортта — 1378 кеше (мәсет, училище, һыу тирмәне булған). Һуңынан был ауылдар бергә иҫәпкә алына. 1906 й. 2 мәсет, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.В.Боғҙанов, В.А.Вәхитов, Ибраһимов, С.Рәхмәтулла ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019