Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СПАДЧЫНА”, белорустарының республика милли-мәҙәни үҙәге

Просмотров: 279

“СПАДЧЫНА” (“Мираҫ”) Б а ш ҡ о р т о с т а н  Р е с п у б л и к а һ ы  б е л о р у с т а р ы н ы ң  Р е с п у б л и к а  м и л л и ‑ м ә ҙ ә н и  ү ҙ ә г е, БР белорустарының рухи мәҙәниәтен үҫтереү, белорус телен, Белоруссияның милли традицияларын, ғөрөф‑ғәҙәттәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, дәүләт органдарында һәм йәмәғәт ойошмаларында белорустарҙың законлы мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсаты м‑н булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1996 й. ойошторола. БР Халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы. Белорустарҙың “Балтика” тарихи‑мәҙәни үҙәге (Иглин р‑ны Балтика а.) м‑н хеҙмәттәшлек итә. “С.” составында 1600‑ҙән ашыу кеше бар (2009). “С.” ярҙамы м‑н Балтика һәм Пушкинский дөйөм белем биреү мәктәптәрендә белорус теле туған тел итеп өйрәнелә. Үҙәк тарафынан йыл һайын Раштыуа колядалары, Иван Купала, Дожинки, Дяды кеүек милли байрамдар һ.б. үткәрелә. “С.” ҡарамағында “Сябры” белорус халыҡ йырҙары ансамбле, Балтика ауыл мәҙәниәт йортоноң “Жавароначки” балалар ансамбле (2001 й. алып) эшләй. Рәйестәре: Н.Л.Лапука һәм В.Л.Линевич (1996 й. алып), И.Т.Лясович (2009 й. алып).

И.Т.Лясович

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019