Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВА Флүрә Мәхмүтйән ҡыҙы

Просмотров: 1099

СОЛТАНОВА Флүрә Мәхмүтйән ҡыҙы (25.1.1966, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Ашҡаҙар а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Журналистар союзы ағзаһы (1999). БДУ‑ны тамамлаған (1990). 1983—84 йй. “За коммунизм” (“Коммунизм өсөн”; ҡара: “Зилаирские огни”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1985 й. алып “Башҡортостан пионеры” (ҡара: “Йәншишмә”), 1988 й. — “Совет Башҡортостаны” гәз. хеҙм‑ре. 1990 й. башлап “Башҡортостан” ДТРК‑ның радиотапшырыуҙар студияһында эшләй: мөхәррир, хәбәрсе, өлкән мөхәррир, комментатор; 2002 й. — “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ында. “Оло Башҡортостан”, “Йәдкәр” радиотапшырыуҙары, респ. ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың тормошона арналған “Алыҫ араларҙы яҡынайтып” телетапшырыуҙары, ш. уҡ тарих, мәҙәниәт, башҡ. халҡының билдәле шәхестәренә арналған тапшырыуҙарҙың авторы һәм алып барыусыһы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2009).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019