Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫРТЛАНОВА Эльза Рәйеф ҡыҙы

Просмотров: 726

СЫРТЛАНОВА Эльза Рәйеф ҡыҙы (23.1.1969, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (2010). БДМИ‑ны тамамлаған (1992). 1993 й. алып Өфөнөң 13‑сө дауаханаһында эшләгән: 1998 й. башлап бүлек мөдире, 2001 й. – терапия б‑са баш врач урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1994–98 йй. БДМУ‑ла уҡыта. 2010 й. алып Өфөнөң 33‑сө поликлиникаһында баш табип, 2015 й. – БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге гипертония ауырыуы, йөрәктең ишемия ауырыуы, метаболик синдром һ.б. этиологияһын, патогенезын, клиникаһын өйрәнеүгә һәм уларҙың диагностикалау, дауалау ысулдарын камиллаштырыуға; тергеҙеү мед. һәм курортология мәсьәләләренº арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Кардиомиопатии. Уфа, 1999 (авторҙ.); Гуморальная регуляция и эндотелиальная дисфункция при метаболическом синдроме. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019