Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СТЕКЛОНИТ”

Просмотров: 315

“СТЕКЛОНИТ”, ААЙ. Быяла сүс әйберҙәр (юл селтәре, торба изоляциялау өсөн, түбә өсөн быяла туҡыма, тауар туҡымаһы) етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составында өҙлөкһөҙ быяла сүс етештереү, һүтеү‑урау, туҡыу цехтары; геомат етештереү, әҙер продукцияны төрөү участкалары бар. 2009 й. 1138 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. 1958 й. нигеҙ һалына, 1961 й. Өфө текстиль быяла сүс з‑ды булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1991 й. алып ҠП, 1993 й. “С.” ЯАЙ, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела РФ‑та тәүге тапҡыр мультиаксиаль туҡымалар алыу (2007), геоматтар, мультиаксиаль ташлы табаҡтар етештереү, ровингты СВЧ‑киптереү технологиялары индерелә (бөтәһе лә — 2008). Пр‑тиеның продукцияһы “Пластмассалар индустрияһы” (“Индустрия пластмасс”) махсус күргәҙмәһенең алтын миҙалына лайыҡ була (Мәскәү, 2007). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019