Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СТАЛЬМОНТАЖ”

Просмотров: 281

“СТАЛЬМОНТАЖ” Ө ф ө  м е т а л л к о н с т р у к ц и я л а р  з а в о д ы, ЯСЙ. Составына йыйыу цехы, металл конструкцияларҙы әҙерләү һәм электр м‑н иретеп йәбештереү участкалары, металл прокатлау склады (бөтәһе лә 1966 й. төҙөлгән) инә. 2009 й. 89 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1963 й. Өфө металл конструкциялар оҫтаханалары булараҡ асыла, 1965 й. “С.” тресының Өфө металл конструкциялар з‑ды булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1992 й. алып “С.” ААЙ филиалы, 2007 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела 1975 й. БР‑ҙа тәүге тапҡыр металл конструкцияларҙы һаҡлаусы мөхиттә иретеп йәбештереү сымы м‑н ярым автоматлаштырылған иретеп йәбештереү, флюс ҡатламы аҫтында автоматлаштырып иретеп йәбештерелгән Н‑рәүешле киҫемле колонна һәм балкаларҙы стендта йыйыу ысулдары индерелгән. “С.” Башҡорт драма театрын, “Биатлон”, “Өфө‑Арена” комплекстарын, “Нур” театрын, Урыҫ драма театрын, “Термостепс”, “Ураҡ һәм Сүкеш” (Мәскәү), ӨМЭПБ з‑дтарын, “ВАЗ”, “КамАЗ” автозаводтарын, 1980 й. Олимпиада объекттарын һ.б. төҙөүҙә; “Аҡбуҙат” ипподромын, Өфө тимер юл вокзалын, “Динамо” стадионын һ.б. үҙгәртеп ҡороуҙа ҡатнаша.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019