Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СОЦИНВЕСТБАНК”

Просмотров: 278

“СОЦИНВЕСТБАНК”, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. БР ҡалалары һәм р‑ндарында 87 бүлексәһе, Мәскәүҙә филиалы бар. Һумдарҙа, сит ил валютаһында, ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н банк операциялары (ҡара: Коммерция банкыһы, Банкылар), иҫәп‑касса хеҙмәте; юридик (бәләкәй һәм урта бизнес пр‑тиелары) һәм физик шәхестәргә кредиттар биреү; депозит операциялары; тиҙ ваҡытта аҡса күсереү; сейф ячейкаларын ҡуртымға биреү б‑са хеҙмәт күрһәтеү һ.б. эштәрҙе башҡара. 2009 й. 1000‑дән ашыу кеше эшләгән. 1990 й. СССР Жилсоцбанкыһының Башҡ‑н респ. идаралығы базаһында “С.” коммерция банкыһы булараҡ ойошторола, 1995 й. алып ЯСЙ, 1998 й. башлап ААЙ, 2015 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019