Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СОДА”

Просмотров: 354

“СОДА”, химия продукцияһы етештереү пр‑тиеһы. 1941 й. Стәрлетамаҡ сода з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1945 й. файҙаланыуға индерелә, 1957 й. алып Стәрлетамаҡ сода‑цемент комб‑ты, уның составына Стәрлетамаҡ цемент (1952 й. нигеҙ һалына) һәм шифер (1956) з‑дтары ингән; 1975 й. башлап “С.” ПБ, 1994 й. — ААЙ, 2013 й. “Каустик” ААЙ м‑н “Башҡортостан сода компанияһы” ААЙ‑на берләштерелә. Составына кальцинирланған сода (1951), барий тоҙҙары һәм аҡ ҡором (1970), синтетик йыуыу саралары (1984) производстволары, таҙартылған натрий бикарбонаты (1971) цехы, тоҙ иретмәләре промыслаһы һ.б. ингән. Мәҙәниәт йорто, “Содовик” спорт комплексы, “Спутник”, “Шихан” ял базалары, “Ҡуштау” тау саңғыһы комплексы булған. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарылған. Пр‑тие РФ‑та кальцинирланған соданың 52%‑тан ашыуын етештергән. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1966). Пр‑тие м‑н Ю.А.Иванов, Д.И.Иманғолов, В.Г.Карпов, И.Ф.Лозбень, А.А.Тимофеев, В.М.Титов, Ю.Б.Усманов, А.А.Шатов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019