Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИТДЫҠОВ Гена Әхмәт улы

Просмотров: 1134

СИТДЫҠОВ Гена Әхмәт улы (22.1. 1934, Өфө — 20.7.1998, шунда уҡ), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1985), проф. (1993). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1980), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1982). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) “Татнефтегазразведка” тресының (Ҡазан) өлкән инженеры, участка начальнигы. 1960 й. алып “БашНИПИнефт”тә: өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. етәксеһе; 1972—94 йй. “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһында: сектор мөдире, лаб. мөдире, баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге скважиналарҙы быраулау һәм һынау м‑н бәйле. Уның тарафынан һыу сығарған ҡатламдарҙы һ.б. тикшереү, изоляциялау өсөн герметизаторҙар уйлап табылған һәм индерелгән. С. етәкс. торбаларҙа, ш. иҫ. горизонталь скважиналар өсөн (“Уралец”, СВАБ‑58, ПД‑115, ЗГ‑115 һ.б.), ҡатлам һынау ҡорамалдары, скважиналарға төшөрөлә торған колонналарҙы ике стадияла ҡатнаш цементлау ысулы һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн ҡоролмалар (пакер-штуцер ШЗ‑190/146 һ.б.) эшләнгән, асыштары БР, ТР, Белорус һәм Тажик ССР‑ҙары, Төмән өлк. пр‑тиеларында индерелгән. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 46 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Методическое руководство по оперативному контролю и диагностированию осложнённости условий проводки скважин в поглощающих пластах. Уфа, 1975 (авторҙ.).

М.В.Семёнова

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019