Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СИСТЕМАВТОМАТИКА”

Просмотров: 326

“СИСТЕМАВТОМАТИКА”, янғындан һаҡлау периметраль сигнализацияһын, янғын һүндереү системаларын (һыу, күбек, газ, онтаҡ м‑н) проектлау һәм монтажлау, видеокүҙәтеү; электромонтаж; металл ишектәр, рәшәткәләр, ҡапҡалар әҙерләү һәм ҡуйыу эштәрен башҡарыусы предприятие.__ 1972 й. “Югспецавтоматика” тресының Өфө махсуслаштырылған янғынға ҡаршы автоматиканы һәм һаҡлау сигнализацияһын монтаж‑көйләү участкаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1990 й. башлап “С.” Өфө пр‑тиеһы, 1998 й. алып Өфө ДУП‑ы, 2004 й. ААЙ, 2012 й. ябыла. Составына Белорет, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө (3) ҡҡ. монтаж, Өфөлә монтаж‑әҙерләү, автотранспорт участкалары инә. 2008 й. 50 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР‑ҙың төҙөлөш пр‑тиелары. “С.” тарафынан “Газпром нефтехим Салават”, “Искра”, “Каустик”, “Каучук”, “Полиэф”, “Сода” һ.б. пр‑тиеларҙа янғындан һаҡлау сигнализацияһы монтажланған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019