Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СТАДИОН”, МУП. Октябрьский ҡ. урынлашҡан

Просмотров: 269

“СТАДИОН”, МУП. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1951 й. ҡала нефтселәр профсоюзы ком‑тының “Нефтсе” стадионы булараҡ асыла, 1992 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Спорт залы (25х6 м), футбол яланы (100х70 м), мотоуҙыштар өсөн ҡырсын юл (400 м), йәҙрә ырғытыу, бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикереү өсөн секторҙар, судьялар һәм радиокомментатор өсөн кабиналар, трибуналар (5000 урынлыҡ) бар. “С.” базаһында 4‑се ДЮСШ һәм спидвей б‑са “ЛУКОЙЛ—Башҡортостан” спорт-техник клубы эшләй. 1963—91 йй. стадионда — СССР чемпионаттары, 1992 й. алып Рәсәй чемпионаттары, 2005 й. башлап спидвей б‑са Р.М.Мәрҙәншин мемориалы үткәрелә.

Р.Ә.Әхтәмов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019