Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“САЛАВАТСТРОЙ”, предприятие

Просмотров: 297

“САЛАВАТСТРОЙ”, торлаҡ, производство һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөү пр‑тиеһы. 1948 й. “Ишимбайгазстрой” тресы булараҡ төҙөлә, 1949 й. алып СССР ЭЭМ‑ының 18‑се Төҙөлөш һәм холоҡ төҙәтеү‑хеҙмәт лагеры идаралығы, 1960 й. башлап “Салаватстрой” тресы, 1994 й. — ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына 1‑се (1953 й. нигеҙ һалынған), 3‑сө (1960), 7‑се (1961) төҙөлөш идаралыҡтары, бәләкәй механизация (1983) һәм төҙөлөш механизацияһы (1948) идаралыҡтары инә. 2005 й. 149 кеше эшләгән. Йыйылма тимер‑бетон конструкциялар һәм деталдәр, арматураланмаған бетон изделиелар, мәғдән булмаған төҙөлөш материалдары, бетон ҡатышмалары, төҙөлөш эретмәһе етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. Пр‑тие тарафынан Ишембай нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы, “Салаватнефтемаш”, “Газпром нефтехим Салават”, Салауат тимер‑бетон заводы, Салауат оптика‑механика заводы, Салауат т. юл вокзалы һәм сәнәғәт, а.х. һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле башҡа объекттар төҙөлгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019