“РОСГОССТРАХ-АККОРД”, предприятие
272
“РОСГОССТРАХ-АККОРД”, ЯСЙ, страховкалау компанияһы. Юридик һәм физик шәхестәргә страховкалауҙың 13 төрө б‑са хеҙмәт күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. Составына 42 районда һәм 19 ҡалала эшләгән 66 филиал, зыяндарҙы көйләүсе БР ҡалаларында урынлашҡан 13 үҙәк инә. Компанияла 4,5 меңдән ашыу хеҙм-р, ш. иҫ. 2,5 меңгә яҡын страховкалау агенты, эшләй. 2008 й. 2,0 млрд һумға килешеүҙәр төҙөлгән. 2002 й. “Росгосстрах‑Башкортостан” (1992 й. нигеҙ һалына) һәм “Аккорд” компанияларын бергә ҡушыу һөҙөмтәһендә “Р.-А.” ЯСЙ булараҡ ойошторола, 2010 й. “Росгосстрах” ЯСЙ итеп үҙгәртелә.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар:

