“РОТОР”, ЯСЙ
“РОТОР”, үтә еңел оса торған аппараттар клубы, ЯСЙ. Күмертау ҡ. урынлашҡан. 1985 й. Күмертау авиация производство предприятиеһы эргәһендә “Р.” дельтаклубы йәмәғәт ойошмаһы булараҡ асыла, 1995 й. хәҙ. статусын ала. Клуб командаһы — Рәсәй чемп. (1992, 1994—95, 2006). 2 урынлы дельталёттар класында Ю.А.Бушуев һәм В.К.Хрибков составындағы экипаж — СССР чемп. (1990), А.В.Бородин һәм В.К.Хрибков — Рәсәй чемп. (1998), С.В.Гладышев һәм И.В.Каракулов — Рәсәй чемп. (2002); 1 урынлы дельталёттар класында А.А.Астафьев — Рәсәй чемп. (2005), Рәсәй кубогын яулаусы (2006) һәм 2 урынлы дельталёттар класында Рәсәйҙең абс. чемп. (2004, С.В.Хрибков м‑н бер экипажда), Рәсәй кубогын яулаусы (2007, В.А.Астафьев м‑н бер экипажда). Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы 2 спорт мастеры һәм 5 Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. “Р.” СССР ВДНХ‑ның алтын һәм көмөш миҙалдары м‑н бүләкләнгән (икеһе лә — 1988).
Ю.А.Бушуев, В.К.Хрибков
Тәрж. М.Н.Моратшина

