Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВ Вәлиәхмәт Ғимал улы

Просмотров: 626

СӨЛӘЙМӘНОВ Вәлиәхмәт Ғимал улы (15.4.1924, БАССР‑ҙың Тамъян- Ҡатай кантоны Ҡушый а., хәҙ. БР‑ҙыңӘбйәлил р‑ны, — 15.7.2011, ш. уҡ р‑ндың Асҡар а.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941—42 йй. Әбйәлил р‑нының III Интернационал ис. к‑зында эшләй. 1943 й. февр. алып 1‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында 37‑се армияның 15‑се гвардия уҡсылар див. 20‑се айырым танкыға ҡаршы дивизиондың 2‑се батареяһында орудие ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н С. 1944 й. 17 февр. Украина ССР‑ының Ингулец а. янында ш. уҡ исемле йылғаны аша сыҡҡанда, 1945 й. 27 ғин. Оппельн ҡ. (Польша) һәм 3 майында Гросенхайм ҡ. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1947) Әбйәлил р‑нының эске эштәр бүлегендә эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1945 й. июне), 2‑се (ш. уҡ йылдың апр.) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Асҡарҙа С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның исеме м‑н тыуған ауылында һәм Асҡарҙа урамдар аталған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

СӨЛӘЙМӘНОВ Вәлиәхмәт Ғимал улы (15.4.1924, БАССР‑ҙың Тамъян- Ҡатай кантоны Ҡушый а., хәҙ. БР‑ҙыңӘбйәлил р‑ны, — 15.7.2011, ш. уҡ р‑ндың Асҡар а.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941—42 йй. Әбйәлил р‑нының III Интернационал ис. к‑зында эшләй. 1943 й. февр. алып 1‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында 37‑се армияның 15‑се гвардия уҡсылар див. 20‑се айырым танкыға ҡаршы дивизиондың 2‑се батареяһында орудие ком. булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н С. 1944 й. 17 февр. Украина ССР‑ының Ингулец а. янында ш. уҡ исемле йылғаны аша сыҡҡанда, 1945 й. 27 ғин. Оппельн ҡ. (Польша) һәм 3 майында Гросенхайм ҡ. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1947) Әбйәлил р‑нының эске эштәр бүлегендә эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1945 й. июне), 2‑се (ш. уҡ йылдың апр.) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Асҡарҙа С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның исеме м‑н тыуған ауылында һәм Асҡарҙа урамдар аталған. Ғ.Һ.Булатов Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019