CУЛПАН, Салауат р‑нындағы ауыл
358
CУЛПАН, Салауат р‑нындағы ауыл, Янғантау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 197 кеше; 1959 — 234; 1989 — 167; 2002 — 377; 2002 — 376 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Янғантау” шифаханаһында һәм “Сулпан” ял йортонда эшләй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.
Ауылға 20 б. 20‑се йй. Мәсәғүт кантонында “Сулпан” а.х. коммунаһы ойошторолған ваҡытта ш. уҡ кантондың Миәшәгәр а. кешеләре нигеҙ һала. 1925 й. 10 йорт иҫәпкә алынған.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар:

