“ОКТЯБРЬ”, Благовещен фурнитура заводы
286
“ОКТЯБРЬ” Б л а г о в е щ е н ф у р н и т у р а з а в о д ы, 1941 й. Белоруссиянан эвакуацияланған “Ҡыҙыл Октябрь” з‑ды базаһында ошо уҡ исемдәге з‑д булараҡ нигеҙ һалына, 1950 й. алып Благовещен сым‑ҡаҙаҡ з‑ды, 1989 й. — “О.” Благовещен фурнитура з‑ды, 1994 й. — ЯСШ, 1996 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына ҡаҙаҡ яһау, штамплау һ.б. цехтар ингән. 1999 й. 254 кеше эшләгән. Аяҡ кейеме өсөн һәм төҙөлөш ҡаҙаҡтары, аяҡ кейеме өсөн сымдар, сымдан эшләнгән ҡаптырмалар, металл рамкалар һәм ҡулсалар етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа, РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һәм Белоруссияла һатылған.
Ф.М.Хисмәтуллина
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар:

