Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“СТАРШИНА МӘСӘҒҮТ”, башҡ. ҡобайыры

Просмотров: 292

“СТАРШИНА МӘСӘҒҮТ”, башҡ. ҡобайыры. Тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. Ғ.Ф.Вилданов тарафынан БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Әбделғәзе а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) яҙып алына, “Аймаҡ” йыйынтығында (1927, №4) исемһеҙ баҫтырыла. Варианттарын Р.Й.Ғарипов, Ф.Х.Камаев, Р.С.Сөләймәнов яҙып ала. Драматик характерҙағы ҡобайыр. Сенаттың 1754 й. 16 мартындағы башҡорттарҙан яһаҡты ҡаҙнанан тоҙ һатып алыуға алмаштырыуы т‑дағы указына бәйле барлыҡҡа килә [ҡара: Башҡорт ихтилалы (1755—56)]. Текст, башлыса, Мәсәғүт старшинаның монологы формаһында ҡоролған, халыҡҡа указ т‑да хәбәр итә һәм уны ризалыҡ м‑н ҡабул итеүгә саҡыра. “М.с.” — дидактик ҡобайыр. Көйөнә квадрат структура һәм аныҡ ритм хас, ярым тонлы минор пентатоникаға нигеҙләнгән.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 3‑сө кит. Өфө, 1982. Сулейманов Р.С. Жемчужины народного творчества Урала. Уфа, 1995.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: “Мәсәғүт старшина” ҡобайырының ноталары

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019