Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҠАРАҒОШ ЯУЫ”

Просмотров: 383

“ҠАРАҒОШ ЯУЫ”, “һәнәк һуғышы”, Бөрө өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Өфө өйәҙенең бер өлөшө, Ҡазан губернаһы м‑н Һамар губернаһының Өфө губернаһына сиктәш өйәҙҙәренең большевиктарға ҡаршы ҡораллы күтәрелеше. Хәрби коммунизм сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә тоҡана. 1920 й. 4 февр. Минзәлә өйәҙенең Троицк улусы Яңы Йылан а. иген йыйырға (продразвёрсткаға ярашлы, 5,5 мең бот) килгән аҙыҡ-түлек отрядының көс ҡулланып эш итеүе арҡаһында башлана. Баш күтәреүселәрҙең штабы Бәләбәй өйәҙенең Баҡалы а. урынлаша. Ихтилал башлыҡтарының күпселеге урындағы һул эсерҙар була. Баш күтәреүселәрҙең төп көсө булған крәҫтиәндәр [ҡара: Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—21)], РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты мәғлүмәттәре б‑са, яҡынса 26 мең иҫәпләнә. Башлыса һәнәк, балта, һөңгө м‑н ҡоралланғандар, 1200‑гә яҡын винтовка, бер нисә пулемёт булған. Баш күтәреүселәр продразвёрстканы бөтөрөүҙе, советтарҙан коммунистарҙы ҡыуыуҙы, сауҙа һәм дин азатлығы һ.б. талап итә. Февр. аҙағында Өфө губ. хәрби хәл иғлан ителә. 1 мартта баш күтәреүселәр Бәләбәй ҡ. ала. Ихтилалды баҫтырыу өсөн ваҡытлы Өфө губерна ХРК ойошторола, етәксеһе итеп Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһының АСБР б‑са вәкиле Ф.А.Сергеев тәғәйенләнә. “Ҡ.я.” туҡтатыу м‑н Төркөстан фронтының 2‑се дивизияһы, Эске һаҡ ғәскәрҙәренең Урал буйы секторы частары, Башҡ‑н ғәҙәттән тыш комиссияһы һәм Өфө губерна ғәҙәттән тыш комиссияһы батальондары (7 меңдән ашыу кеше, 48 пулемёт һәм 4 артиллерия орудиеһы) шөғөлләнә. 15 мартҡа — Бөрө һәм Өфө, 18 мартҡа Бәләбәй һәм Минзәлә өйәҙҙәрендә ихтилал үҙәктәре тар-мар ителә. Баш күтәреүселәрҙең 1078‑е үлтерелә, 2400‑ө яралана, ҡыҙылармеецтар араһында был нисбәт ошоға ярашлы 15 һәм 44 тәшкил итә. Илдең башҡа төбәктәрендә крәҫтиәндәр сығыштары м‑н бергә “Ҡ.я.” продразвёрстканы бөтөрөп, яңы иҡтисади сәйәсәткә күсеүгә этәргес көс була.

Әҙәб.:Кульшарипов М.М. Восстание “Чёрный орёл” в Башкирии// Актуальные проблемы социально-политической истории советского общества: вопросы источниковедения и историографии. Уфа, 1991.

М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019