Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АХТЕМИРОВ Иван

Просмотров: 635

АХТЕМИРОВ Иван, Бөгөлмә ведомствоһы һәм Ставрополь провинцияһы однодворецтары, ерле һалдаттары, отставкалағы унтер‑офицерҙары, драгундары һәм һалдаттарынан Уложенный комиссия депутаты. Ырымбур губернаһы Сергиевск биҫтәһенең отставкалағы драгундарынан. Комиссияға отставкалағы һалдат улдарының береһен хәрби хеҙмәттән азат итеү, однодворецтар һәм алпауыттар араһында ерҙе файҙаланыуҙы көйләү, ерле һалдаттарҙан һәм однодворецтарҙан йән башына һалымдарҙы кәметеү йәки бөтөрөү т‑да наказ тәҡдим итә. Сауҙа ирке т‑дағы сығыштарҙы яҡлай. 1768 й. депутатлыҡ вәкәләттәрен дворян С.Г.Бровцынға тапшыра.

Әҙәб.: Артамонова Л.М. Крестьяне Поволжья и выборы в Уложенную комиссию //Общественно-политические движения России XVIII—XX вв. Самара, 1993.

И.М.Васильев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019