Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АТЫШ

Просмотров: 830

АТЫШ, шарлауыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Белорет р‑нында Ләмәҙ й. уң ярында, Елмәрҙәк һырты армыттарында урынлашҡан. Атыш сумған һәм Ағуй уҙған ер аҫты йылғалары (А. төньяҡҡа табан 3 км һәм 1,5 км алыҫлыҡта йырынға инеп китәләр) ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән һыу ташҡыны, Ләмәҙ й. кимәленән 4 м бейеклектә урынлашҡан мәмерйәнән (бейеклеге 4,5 м, киңлеге 6 м) урғылып сыға. Һикәлтәһе аҫҡы карбон тоҡомдарынан (эзбизташтар) ғибәрәт. Ҡая аҫтында барлыҡҡа килгән ҡаҙандан (диам. яҡынса 20 м, тәрәнлеге 7 м) Атыш й. ағып сыға, унда ҡыҙыл балыҡйәшәй. Ландшафтары ҡайын, йүкә, аҡ шыршы урмандарынан тора, 100 йәшлек имәндәр осрай.

И.К.Кудряшов

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019