Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАЙЦЕВ Глеб Анатольевич

Просмотров: 1513

ЗАЙЦЕВ Глеб Анатольевич (1.8.1974, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә ҡсб), эколог. Биол. ф. д‑ры (2009). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1997). 1999 й. алып Биология ин‑тында эшләй: 2003 й. башлап өлкән, 2009 й. — төп, 2010 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре дендроэкология, тамырҙарҙы өйрәнеү ғилеме һәм сәнәғәт ботаникаһы проблемаларына арналған. З. асыҡ ылыҫлы ағас төрҙәренең тамыр системаларының тәбиғи һәм антропоген характерҙағы экстремаль урман үҫтереү шарттары тәьҫиренә дөйөм (тупраҡта тамырҙарҙың кәмеүе, фракция составы үҙгәреүе) һәм һәр төрҙөң айырым реакцияһын (Сукачев ҡарағасының ҡалын һәм ябай ҡарағайҙың аҙ тармаҡлы тамыр системалары формалашыуы) асыҡлай. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Лиственница Сукачева в экстремальных лесорастительных условиях Южного Урала. М., 2008 (авторҙ.); Рекреационное природопользование: горнолыжный центр “Металлург—Магнитогорск”. Уфа, 2009 (авторҙ.); Уникальные памятники природы-шиханы Тратау и Юрактау. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.11.2019