ҠАШҠАБАШ
ҠАШҠАБАШ, таҙбаш (Fulica atra), һыу тауыҡтары ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның урта бүлкәтендә, Төньяҡ Африкала, Австралияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 36—38 см, ауырлығы 500—1000 г, ҡанатының ҡоласы 70—80 см. Ҡауырһын ҡапламы тоноҡ ҡара, аҫ яғы асығыраҡ. Башы бәләкәй, маңлайында аҡ төҫтәге тире төйөрсәһе (инә ҡошта бәләкәйерәк) бар. Суҡышы ҡыҫҡа, конус формаһында, аҡ. Ҡанаты һәм ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяғы һоро, өс алғы бармағында ярым түңәрәк тире оролары бар. Моногам. Ояһын (диаметры 0,5 м тиклем) һыу янында үлән (ҡамыш, күрән) араһында ҡора, ҡоро үлән, япраҡ түшәй. 4—15, йышыраҡ 7—12 көрәнһыу, ҡара төрткөлө һәм һоро шәмәхә таплы тоноҡ һары йәки һоро йомортҡа һала. Башлыса инә ҡош 26 көн баҫа. Иртәнге һәм көндөҙгө ҡош. Һай урында үҫемлек бүлбеләре, орлоҡтары, шулай уҡ ылымыҡтар менән туҡлана. Тын һәм яй аҡҡан һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Башҡортостандың Урал аръяғы (Атауҙы, Ҡарағайлы, Кесе Үләнде һ.б.) һәм Башҡортостандың Урал алды (Асылыкүл, Бысраҡ, Талпаҡ һ.б.) күлдәрендә осрай. Спорт һунары объекты.
Ә.Ф.Мәмәтов
Тәрж. Г.А.Миһранова

